Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Юлдаш Йыры 2015 Финал - Филюс Валеев ( интервью ) | Текст песни

Pesni.guru - сайт для Гуру

ФИЛҮС ВӘЛИЕВ. Бүздәк. 22 йәш. Санкт-Петербург хәрби йыр һәм бейеү ансамблендә хеҙмәт итә. "Юлдаш йыры"ның тәүге турҙарын армияла сағында үтте.

ГС: Йырсы һалдаттар армияла абруйҙамы?
Филүс: Армиялағы йырсыларҙы һәм музыканттарҙы һалдаттар ҙа, генералдар ҙа ныҡ хөрмәт итә. Сөнки унда хеҙмәт итеүселәрҙең рухын күтәрәбеҙ. Көнөнә 5-6 тапҡыр сығыш яһаған саҡтар ҙа булды. Төнгә ҡайтып йығылаһың да иртә менән тағы сығып китәһең.
ГС: Әммә мылтыҡ тотоп окоп ҡаҙыған кеүек түгел бит инде….
Филүс: Башта, уҡыуҙарҙа, уныһы ла булды. Ҡоралдан ата ла, тиҙлеккә картуф та әрсей беләм.
ГС: Кем алдында сығышы яһау ауырыраҡ? Бындай тамашасы, әллә һалдаттар алдында?
Филүс: Һалдаттар. Нисек кенә хистәре урғылмаһын, улар эмоцияларын йәшерә, йылмаймай ҙа, мөнәсәббәтен күрһәтмәй ҙә, тыныс ҡына тик ултыра. Шунан тырыша-тырыша тегеләрҙе йәнләндереп алаһың.
ГС: Расторгуев?
Филүс: Расторгуев! Бөйөк йырсылар менән бер сәхнәлә сығыш яһаным-Розенбаум, Кобзон, , Ваенга, Лещенко, Бабкиналар менән.
ГС: Йырҙың хит булып китеүе?
Филүс: Йырҙарҙың мәғәнәһен мотлаҡ белеү кәрәк. Төпкә тиклем.
ГС: Ә-ә-ә-, башҡортса-татарса йырлағаның армияла?
Филүс: Бер саҡ татарсалап «Һай алмағастарын” йырлап ебәргәйнем, “Браво!”, “Маладис!”тигән тауыштар ишетелде, үҙебеҙҙекеләр булған икән. Эй ҡыуандым.


Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
    Нет видео
    -