Pesni.guru - сайт для Гуру
Ашығыуҙар яң(ы)лышыуға була,
Ашығырға бик тә яраттым.
Ашығыуҙар - урман, яң(ы)лыштарым - буран,
Йүгерә-йүгерә инеп аҙаштым.
Ашығыуҙар үкенескә була,
Юҡтыр минең сабыр ҡанатым.
Үкенестәр - урман, яң(ы)лыштарым - буран,
Көлә-көлә инеп аҙаштым.
Ашығыуҙар шашыныуға илтә,
Ә мин һине шашып яраттым.
Ҡараштарың - урман, мөхәббәтең - буран,
Илай-илай инеп аҙаштым.
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2