Pesni.guru - сайт для Гуру
Урманым бар, булғаным бар
Хистәрем ҡосағында,
Һалҡын ялҡын эскәнем бар
Шишмәләр усағынан.
Ҡушымта:
Уйнаһын ғына ҡурайым
Тынмаһын тыуған телем,
Уйнаһын ҡурайҡайым,
Тынмаһын тыуған телем.
Уйнаһын ҡурайҡайым,
Тынмаһын тыуған телем.
Хыялымда Ерҙе ташлап,
Күктәргә осҡанымда
Һағышымдан йондоҙ иреп,
Яуҙы Ергә ямғыр-ҡар.
Ҡушымта.
Йыр саҡыра, моң саҡыра,
Тимәк мин әле тере,
Күктә ҡанаттарым тала
Утрауым – башҡорт иле.
Ҡушымта.
Урманым бар, булғаным бар
Хистәрем ҡосағында,
Һалҡын ялҡын эскәнем бар
Шишмәләр усағынан.
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1