Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

МС Инсан - Омот | Текст песни

Pesni.guru - сайт для Гуру

Өмөт
Күрәһеңме икән һин йондоҙҙар матурлығын
Тағы бер көн менән хушлашып оҙатып ҡалғанда
Ишетәме йөрәгең был донъяның тыныслығын
Һинең үткән йылдар бөйөклөгөн иҫкә алғанда.
Яҡшы уйлап ҡарағанда кешегә нимә етмәй икән
Ниңә генә куперҙәрен хыялдарын күмә икән
Бәхет өсөн көрәшеп ул үҙен онота
Биреп ҡара ошо һорауҙарҙы уҙеңә ҡарата.
Алда күпмелер йылдар йоу берәүен һайлайбыҙ
Һайлауыбыҙ арҡаһында йә шатланып йырлайбыҙ
Һыҙылып илайбыҙ күп нәмәне аңламайбыҙ
Бер-беребеҙҙе тереләй үҙебеҙҙе уйлап ашайбыҙ
Туҡта, уйла бөтәһе лә дөрөҫмө
Был беҙҙең тормош ысынбарлык әллә ниндәйҙер төшмө
Яңынан оҙатып ҡалам тағы бер көнөмдө
Йондоҙҙар ялкын аҫтына юғалған өмөтөмде.

Өмөтөм. Һин мине ҡалдырма.
Мин көслө булып ҡалырмын кәрәкһә алға атларға
Тормош мине ишетмәй ҡағиҙәләрен яҙа
Һәр саҡ үҙенекен ала хыялдарҙы юғалта.
Ләкин йөрәгем тултырып минең хыялдарҙа йәшәй
Тормошҡа ашыуын теләп береһе лэ бирешмәй
Йәшәүе ҡыйын булһа ла алға атла көрәш
Ғүмер ағымында өмөт һәр саҡ булһын һиңә иптәш.
Донъя шундай матур барыһы ла һинең ҡулыңда
Тик изге матур уйҙар ғына булһын уйыңда
Өмөтөң булыуыңда тора һинең бәхетең
Бары тик үҙ ҡулыңда һинең яҡты киләсәгең
Үҙ-үҙеңде юғалтмай алға ғына атла
Киләсәк өсөн өмөтөңдө үҙең менән һаҡла
Бөгөнгө көн иртәгәнән иртүк
Һәр бер яңы көн менән тормошоңдо ?????

Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-