Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Луиза Гилми - Онотма (2014) | Текст песни

Pesni.guru - сайт для Гуру

Бергә булла алмаһаң да
Һөйгәнеңә үкенмә.
Бәлки ул да бик һөйгәндер,
Аңла, бер ни үтенмә.

Бәлки кәртәләр торғандыр
Үтеп сыға алмаҫлыҡ.
Хыялдар бик ҙур булғандыр
Ҡолас етә алмаҫлыҡ.

Онотма, бәхет килтергән
Һөйөшөү миҙгелдәрен.
Ниңә бындай яратыу, тип,
Һыҙмаһын күңелдәрең.

Һөйөү-һөйөлөү – оло бәхет,
Мөхәббәт шунан тора.
Уның татлы минуттары
Йылдарҙы алыштыра.

Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-