Pesni.guru - сайт для Гуру
1. Күпме кеше ғашиҡ кеүек
Тирә яҡҡа күҙ һалһаң
Яңғыҙың да ҡалыуың бар
Ул тиклем үк һайланһаң
Ҡушымта:
Кәрәк түгел алтын, көмөш
Кәрәкмәй тәхете лә,
Насип ит мине хоҙайым
Ҡатын-ҡыҙ бәхетенә.
Наҙлы һүҙгә мохтаж түгел
Яңғыҙлыҡтан сыныҡмай
Эштә алған дәрәжәләр
Һалҡын төндә йылытмай
2.Ҡарап-ҡараһаң донъя киң
Ожмахтай торған ерең
Әсәй тип торһа балалар
Ҡатын тигәндә ирең
Ҡушымта:
3. Өйгә ҡайтыу ҡыҙыҡ түгел
Көтөр кешең булмағас
Матур булыу ниңә кәрәк
Ирең маҡтап тормағас
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1