Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Вильнур Сиражитдинов & Наргуль Арыстанбаева - "Бәрхәт ҡарҙан" (сл. Рифа Мифтахова, муз. Фаниса Султангулова) | Текст песни

Pesni.guru - сайт для Гуру

Бәрхәт ҡарҙан
Фанис Султангулов көйө Риф Мифтахов һүҙҙәре

Бәрхәт карҙан етәкләшеп уҙҙыҡ
Яңы йылдың тәүге кисендә.
Шул саҡтарың һинең иҫендәме?
Шул саҡтарым минең иҫемдә.

"Һөйәм" һүҙен күҙҙәр һөйләп биргәс,
Белмәнек беҙ ни тип әйтергә.
Был минуттар һинең хәтерҙәме?
Шул минуттар минең хәтерҙә.

Яҙмыштарҙың үҙ йырҙары була,
Йырлатманы беҙҙең көйҙө лә.
Һинең үҙәк быға өҙөләме?
Минең үҙәк шуға өҙөлә.

Табышырбыҙ,ҡауышырбыҙ тигән,
Йөрәгемдә йәшерен ут яна.
Һинең күңел шуға ышанамы?
Минең күңел быға ышана!


Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-