Pesni.guru - сайт для Гуру
Порт-Артур тигән таш ҡала
Күп ҡалаға баш ҡала,
Һары диңгеҙ буйҙарында
Ҙур ҡаланан һанала.
Дошмандарҙан уны яҡлап,
Күп ирҙәр башын һала;
Ирҙәр үлә, башын һала,
Бөтмәҫ дандары ҡала.
Порт-Артур тигән ҡалаға
Япондар туп аталар,
Аямай дошман, аямай,
Таш ҡоймаһын ваталар.
Япондар туп аталар,
Порт-Артурҙы ваталар.
Ҡайһы аяҡһыҙ, ҡайһы ҡулһыҙ
Ҡысҡырышып яталар.
Диңгеҙ өҫтө ҡып-ҡыҙыл ҡан,
Эркелеп үлек аға;
Ирҙәр үлә, башын һала,
Бөтмәҫ дандары ҡала.
Другие названия этого текста
- Ҡарауанһарай - Порт-Артур (башкирская народная песня) (0)
- Неизвестен - порт-артур минус (0)
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2