Pesni.guru - сайт для Гуру
Аҙаштырған болан балаһылай,
Яңғыҙ башым ситтә интегәм.
Көндәрен дә төнөн йөрәгем яна,
Иҫемә төшә тыуған илгенәм.
Йүгереп кенә мендем тау башына,
Ял итәм ултырып, ай, ташына.
Һау-сәләмәт ҡайтһам Уралыма,
Тарих яҙыр инем ташына.
Ҡара ҡытат елән, ай, иңемдә,
Ҡара ебәк билбау билемдә.
Башҡайҙарым ситтә йөрөһә лә,
Күңелдәрем тыуған илемдә.
Другие названия этого текста
- Абдулла Солтанов - Илсе Ғайса (1)
- Роберт Юлдашев - Илсе ғайса (0)
- Абдулла Солтанов - Илсе Ғайса/Башҡорт халыҡ йыры/ (0)
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1